Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем бушлай ҡуллана алған ирекле онлайн энциклопедия.
Уны төҙөүҙә теләге һәм һәләте булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Әлеге ваҡытта башҡорт телендә 39 859 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
Норт Дам да Пари тәҙрәһе

Матурлыҡ — камиллыҡты аңлатҡан эстетик категория. Ниндәй ҙә булһа бер объекттың төрлө яҡтары күҙәтеүселә юғары ләззәт уятырлыҡ гармониялы тап килеүе. Матурлыҡ — мәҙәниәттең иң мөһим категорияларының береһе. Йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек һәм килбәтһеҙлек матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булғанды аңлатыусы төшөнсәләр.

Матурлыҡ төшөнсәһе антик осорҙан башлап ысынбарлыҡты, йәшәйеште философик аңлауҙа мөһимдәрҙең береһе булып ҡарала. Боронғо грек философтары матурлыҡты объектив күренеш тип аңлаған һәм уны Ғаләмдең камиллығы, донъяны бер тәртипкә ҡорған йыһан (космос) менән бәйләгән.

  • Пифагор мәктәбе матурлыҡты математика менән берҙәмлектә ҡараған: пропорциялары алтын киҫелеш менән тап килгән предметтар (әйберҙәр) матурыраҡ тойола. Классик грек архитектураһы матурлыҡты нәҡ ошолай аңлауға нигеҙләнгән була.
  • Сократ осоронан матурлыҡ онтологик мәғәнәлә генә түгел, ә иҫ-аҡыл һәм аң категорияһы булып ҡарала башлай. Сократтың үҙе өсөн матурлыҡ ғаләм ҡоролошоноң иң мөһим категорияларының береһе булған.
  • Аристотель матурлыҡ төшөнсәһен, камиллыҡ кәүҙәләнеше булараҡ, тулыһынса әхлаҡи категорияға индергән.
  • Платон буйынса, кеше тыуғансы матурлыҡ һәм пак уй-фекер мөхитендә була. Матурлыҡты һәм яҡшылыҡ-изгелекте юғары уй-фекер булараҡ ҡабул итеү уның философик ижадының төп мотивы булып тора.

Антик философтарҙың матурлыҡты аңлауы Плотин хеҙмәттәрендә дөйөмләштереп йомғаҡлана. Уларҙа матурлыҡ илаһилыҡҡа һәм иҫ киткес гүзәллеккә күтәреүсе көс тип ҡарала. Умберто Эко мөхәррирлегендәге «Матурлыҡ тарихы» («История Красоты») исемле бай баҫмала кешелектең бөтә дауамында матурлыҡты аңлау тарихы тикшерелә.

↪ дауамы…

Исемлек (97) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
1. Төньяҡ ҡотоп Көньяҡ магнит ҡотоп

Көньяҡ ҡотоп, Көньяҡ полюс — Ер шарының әйләнеү күсәре Көньяҡ ярымшар яғында ер йөҙөн киҫеп үткән урын. Антарктидалағы Поляр яҫы тау эсендә бейеклектә урынлашҡан.

Көньяҡ ҡотоп тирәһендә боҙ ҡалынлығы — 2840 метр. Һауаның уртаса температураһы −48,9 °C (иң юғары −12,3 °C, иң түбән −82,8 °C).

1911 йылдың декабрь айында Көньяҡ Ҡотопҡа Руаль Амундсен етәкселегндәге норвег экспедицияһы барып етә. Был төркөмдә шулай уҡ Олаф Бьоланд, Сверр Хассел, Хельмер Хансен һәм Оскар Вистинг була. 1912 йылдың ғинуар айында — Роберт Скотт етәкселегендәге инглиз экспедицияһы Көньяҡ Ҡотопты яйлай. 1929 йылда американлы Р. Бэрд беренсе булып Көньяҡ Ҡотоп өҫтөнән самолётта осоп үтә. 1958 йылда В. Фукс һәм Э. Хиллари етәкселегендәге британ-Яңы Зеландия экспедицияһы Уэдделл дингеҙенән Росс дингеҙенә Көньяҡ Ҡотоп аша беренсе тапҡыр саңғыла һәм сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙа трансарктик юл үтә.

Көньяҡ Ҡотопта 1957 йылдан АҠШ-тың Амундсен-Скотт ғилми станцияһы эшләй. Боҙҙар күсеше арҡаһында 2006 йылда станция ҡотоптан 100 метр самаһы ситтә булыуы билдәләнә. Көньяҡ ҡотопта боҙ аҫтында юғары энергиялы нейтрино детекторы IceCube эшләй. Детектор 1450—2450 метр боҙ аҫтында урынлашҡан, 1 кубик километр боҙ Черенков радиаторы урынына файҙаланыла.

1819 йылдың 31 мартында Крузенштерн диңгеҙ министры де Траверсеға поляр һыуҙарҙы өйрәнеү зарурлығы тураһында хат ебәрә. Хатта Крузенштерн ике экспедиция әҙерлергә тәҡдим итә — Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотопҡа. Һәр экспедицияға икешәр судно ебәрергә планлаштыра. 1819—1821 йылдарҙағы Көньяҡ ҡотоп экспедицияһына айырыуса иғтибар бүлә.

Нәтижәлә Антарктиданы аса, әммә көньяк материктың һыҙаттары һәм геологияһы XIX быуат аҙағына тиклем билдәһеҙ булап ҡала.


↪ д а у а м ы…

Исемлек (93) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Туманное утро. Шишкин И.И..jpg
«Томанлы иртә», Иван Шишкин.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 22 сентябрь

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 23 сентябрь

22 сентябрь юбилярҙары *

Үҙгәртеү | 23 сентябрь
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Ырымбур өлкәһе Кваркен районы флагы

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим